Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Ғинуар 2022, 10:08

Мәғариф министрлығында имеш-мимештәргә асыҡлыҡ индерҙеләр

Башҡортостандың һәр муниципалитетында балаларына яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцина яһатырға теләк белдергән ата-әсәләр бар. 

Мәғариф министрлығында имеш-мимештәргә асыҡлыҡ индерҙеләр
Мәғариф министрлығында имеш-мимештәргә асыҡлыҡ индерҙеләр

 Был хаҡта республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығында уҙған брифингта мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева хәбәр итте.

Чиновник һүҙҙәренсә, бөгөн үҫмерҙәрҙе вакцинациялау тураһында төрлө имеш-мимештәр йөрөй.

«Прививка һалдырмаған балалар өйҙән уҡыуға күсерелмәй. Улар өсөн ниндәйҙер сикләүҙәр индереү хаҡында һүҙ бармай», — тине министр урынбаҫары.

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һүҙҙәренсә, вакцинация алдынан баланы педиатр тикшерә, уның хроник сирҙәр анамнезы өйрәнелә.

«Балалар ауыр сирләй. Беренсе һәм икенсе тулҡында үҫмерҙәр коронавирусты билдәләрһеҙ йәки еңел формала үткәрҙе, артабанғы тулҡында балаларҙы интенсив терапия бүлектәренә һалырға тура килде», — тине ул.

Прививка яһатҡан балаларға ҡағыҙ сертификат бирелә. Артабан бөтә мәғлүмәт берҙәм электрон базаға индерелә.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: