Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Ғинуар 2022, 17:26

Бер тәүлектә 511 кешелә коронавирус асыҡланды

Республикала быйыл коронавирус йоҡторғандар буйынса яңы рекорд – 511.

Бер тәүлектә 511 кешелә коронавирус асыҡланды
Бер тәүлектә 511 кешелә коронавирус асыҡланды

Сирлеләрҙең дөйөм һаны 128 982-гә еткән. Диагнозы раҫланғандарҙың күпселеге Өфөлә, Салауатта һәм Октябрьскийҙа йәшәй. Коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш буйынса республика оперштабында ошондай мәғлүмәттәр билдәле булды.

Тәүлек эсендә 14 үлем осрағы теркәлгән. Мәрхүмдәр – 4 695 кеше, уларҙың 4051-е – өлкән йәштәгеләр.

Стационарҙа 180 кеше дауалана, шул иҫәптән 60-ты уҙған 115 пациент. Уларҙың 46-һы ауыр хәлдә, икәүһе үпкәне яһалма елләтеү аппараты менән тын алырға мәжбүр. Ә 4 706 сирле, шул иҫәптән 60 йәштән өлкәнерәк 3 954 пациент амбулатор шарттарҙа дауалана.

Бер тәүлектә 326 пациент һауығып сыҡҡан. Бөтәһе 119 401 кеше һауыҡҡан.

Бер тәүлектә 31 дауахананан тыш пневмония осрағы теркәлгән, 115 пациент йүнәлеп сыҡҡан.

Фото: russianireland.com

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: