Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Ғинуар 2022, 16:06

Иңдәрендә яуаплы эш

Муниципаль район хакимиәтендә суд приставтары район-ара бүлегенең уҙған йылға йомғаҡ яһау һәм быйылғыһына бурыстарҙы билдәләү йәһәтенән кәңәшмәһе уҙҙы. Сарала муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Иван Лавренов, район-ара прокурор Максим Валиков, район-ара суд рәйесе урынбаҫары Динара Әбсәләмова, район-ара һалым инспекцияһы начальнигы Любовь Полякова һәм башҡалар ҡатнашты.

Иңдәрендә яуаплы эш
Иңдәрендә яуаплы эш

2021 йыл йомғаҡтары буйынса, суд приставтары тарафынан 3 млрд. һум суммаға торошло 95 580 башҡарма производство ҡаралған, 983 млн. 772 мең һумлыҡ 41 290 эш ҡуҙғатылған, 967 млн. 100 мең һумлыҡ 45 949 эш буйынса тамамларға тигән ҡарар ҡабул ителгән, шуларҙың 24 572-һе тулыһынса ғәмәлгә ашырылған.

Социаль әһәмиәтле башҡарма производстволарға килгәндә, бер йыл эсендә район-ара бүлектә бәлиғ булмаған балаларҙы ҡарауға алимент түләтеү йәһәтенән 779 эш ҡаралған, шуларҙың 470-е законға ярашлы башҡарылып, тамамланған. Был төр категориялағы бурыслыларға ҡарата 38 - енәйәт, 128 административ эш ҡуҙғатылған. Эш урындары булған 186 кешенең бурысы эш хаҡынан, шулай уҡ пенсиянан тотолоп тора.

Суд приставтарының фиҙаҡәр эше арҡылы элекке хеҙмәткәрҙәр файҙаһына предприятиеларҙан эш хаҡы буйынса бурыстар ҡайтарылған. Йыл башына йәмғеһе 8 млн. 91 мең һумлыҡ 100 башҡарма эш булһа, шуларҙың барыһы ла хеҙмәткәр файҙаһына тамамланған.

2021 йылда район-ара прокуратураның етем балаларға торлаҡ биреү йәһәтенән дәғүәһе буйынса суд ҡарарын ғәмәлгә ашырып, 18 башҡарма эш ҡабул ителгән. Бөгөнгө көндә шуларҙың 14-е тамамланмаған әле. Был категориялағы башҡарма эштәр барлыҡ идаралыҡтарҙың айырым контроленә алынған.

Һалым бурыстарын түләтеү буйынса уҙған йылда суд приставтары тарафынан 2519 башҡарма производство эшкәртелгән, 20 млн. 886 мең һум бурыс түләтелгән.

2021 йылда граждандарҙың бурысы арҡаһында 839 млн. һумлыҡ мөлкәткә арест һалынған. Мәжбүри рәүештә һатылған мөлкәттән алынған аҡса 14 млн. һумды тәшкил иткән. Эҙләү саралары арҡылы 76 бурыслының ҡайҙалығы асыҡланған, шуларҙың берәүһе район-ара суд тарафынан билдәһеҙ ғәйеп булыусы тип танылған булған.

Граждандар мөрәжәғәте буйынса ла бихисап эштәр ҡаралған, 1808 кеше шәхси ҡабул ителгән. Буйһоноу тәртибе йәһәтенән 1387 ялыу ҡаралған; 36 мөрәжәғәт нигеҙле тип табылһа, ҡалған талаптар кире ҡағылған. “Граждандар мөрәжәғәте тураһындағы” 59-сы федераль закон тәртибендә 1949 ялыу тикшерелгән, 39 алимент түләтеү буйынса ғариза ҡаралған.

Кәңәшмәлә шулай уҡ кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү, ҡушылған йөкләмәләрҙе теүәл үтәү, суд һәм башҡа органдарҙың акттарын, закон талаптарына ярашлы, мәлендә башҡарыу, бер мөрәжәғәтте лә иғтибарһыҙ ҡалдырмау кеүек быйылғы йылға өҫтөнлөклө бурыстар билдәләнде, 2022 йылдан ғәмәлгә ингән яңы ҡағиҙә-ҡанундар һыҙыҡ өҫтөнә алынды.

Сара һуңында муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Иван Лавренов намыҫлы һәм фиҙаҡәр хеҙмәттәре арҡылы ҙур һөҙөмтәләргә ирешкән, хөрмәт ҡаҙанған суд приставы хеҙмәткәрҙәренә - Дамира Ғәлинаға, Рәмил Әхмәтовҡа, Валентина Сафинаға, Альбина Әҙелмырҙинаға, Оксана Бердиеваға муниципаль район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырып, тәбрик һүҙҙәрен еткерҙе.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: