Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Ғинуар 2022, 17:06

Иң яҡшы курорттары билдәләнде

Сноубордта шыуыу өсөн Рәсәйҙең иң яҡшы курорттары билдәләнде.

Иң яҡшы курорттары билдәләнде
Иң яҡшы курорттары билдәләнде

ТурСтат порталы рейтингында ниндәй курортта сноубордта шыуыу яҡшыраҡ тигән яуаптарға нигеҙләнеп төҙөлгән. 50 меңгә яҡын кешенең Интернетта биргән тауышы буйынса исемлек төҙөлгән.

Быйыл ҡыш сноубордта шыуыу өсөн Рәсәйҙең тәүге ун курорты иҫәбенә «Роза Хутор» инде. Сочи курорты тауыштарҙың 27 процентын йыйҙы. Кемерово өлкәһенең “Шерегеш” (15 процент тауыш) Ҡабарҙа-Балҡар Республикаһының “Эльбрус” курорты ла (10 процент) иң яҡшы унау иҫәбендә. Шулай уҡ рейтингта «Абҙаҡ» (Башҡортостан), «Сорочаны» (Мәскәү өлкәһе), «Большой Вудъявр» (Мурманск өлкәһе), «Гора Белая» (Свердловск өлкәһе), “Белокуриха” (Алтай крайы), “Бобровый лог” (Красноярск), “Горный воздух” (Сахалин) курорттары ла бар.

Фото: spiti.ru

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: