Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Ғинуар 2022, 14:52

Комбинат продукцияһына һорау ҙур

2021 йылда Белорет металлургия комбинаты сит ил ҡулланыусыларына металл продукцияһын, 2020 йылға ҡарағанда, 15 процентҡа күберәк оҙатҡан. Һатыу күләме 138 мең тонна тәшкил иткән.

Комбинат продукцияһына һорау ҙур
Комбинат продукцияһына һорау ҙур

12 процентҡа үҫеште катанка күрһәткән. 18 процентҡа ыңғай динамиканы метиз: сәнәғәттең төрлө тармағы өсөн ҡорос сым һатыу - 20 процент, төҙөлөштә ҡулланылған арматураны ебәреү 6 процентҡа артҡан.
- Белорет металлургия комбинаты үҙен ышаныслы металл продукцияһы менән тәьмин итеүсе итеп күрһәтте. Евросоюз илдәренә ебәреү үҫешенең артыуы арҡаһында экспорт һатыуҙарҙың үҫешенә килтерҙе, - тине “БМК” йәмғиәтенең идара итеүсе директоры Сергей Федоров.
БМК-ның металл продукцияһын һатыуҙа экспорттың өлөшө 28 процент тәшкил итә һәм донъяның 20 иленә ебәрелә. БДБ һәм Европа илдәренә комбинат катанка, сым, сөй һәм башҡа продукция оҙата. Продукция метиз производствоһында,төҙөлөштә, мебель сәнәғәтендә, ауыл хужалығында һәм башҡа тармаҡтарҙа ҡулланыла.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: