Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Ғинуар 2022, 12:32

172 үҫмер «Спутник М» вакцинаһын эшләтте

Мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 12-18 йәшлек 172 бала «Спутник М» вакцинаһын эшләткән. 

172 үҫмер «Спутник М» вакцинаһын эшләтте
172 үҫмер «Спутник М» вакцинаһын эшләтте

Был хаҡта «Башинформ»ға республиканың баш педиатры Людмила Семавина хәбәр итте. Теләге булғандар поликлиникаларҙа прививка яһатырға мөмкин, тине табип.

«Спутник М» препаратының өҫтәмә партиялары килгәс, беҙ уҡыусыларҙы иммунизациялау өсөн мәктәптәргә барырға йыйынабыҙ, — тине Людмила Семавина. — Тәжрибә күрһәтеүенсә, балалар сирләй, ауыр сирләй, ҡайһы берҙә уларға ла стационарҙа дауаланырға кәрәк. «Омикрон»дың балалар организмына нисек йоғонто яһауы тураһында тәүге мәғлүмәттәр бар. Был дауаханаға һалыуҙы, ковидты ауыр үткәреүгә килтереүе ихтимал тип ҡурҡабыҙ. Һәр хәлдә беҙ сирҙең ныҡ таралыуын күрәбеҙ, берҙән-бер һаҡланыу юлы — хәҙерҙән үк үҫмерҙәргә прививка яһай башлау».

Балаларға прививка теләк буйынса ғына яһала, тип өҫтәне ул. 15 йәше тулмағандарға ата-әсәнең ризалығы кәрәк.

Табип әйтеүенсә, «Спутник М» вакцинаһы балаларҙың йәшенә яраҡлаштырылған. Асылда ул — шул уҡ «Спутник V», тик биш тапҡырға шыйығайтылған. Өлкәндәр вакцинаһындағы кеүек үк, унда вирустың тере һәм үрсеүгә һәләтле өлөшө юҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 26 ғинуарҙа «Башфармация» складына «Спутник М» вакцинаһының тәүге партияһы (2 880 доза) килтерелде һәм республиканың медицина учреждениеларына таратылды.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: