Республикала, райондарҙа, ауылдарҙа башҡорт ир-егеттәрен берләштереү, уларҙы ниндәйҙер изге эштәргә йәлеп итеү - кѳн талабы. Мәҫәлән, Инйәр тѳбәгендә мал-тыуар тимер юлына сыҡмаһын, поездан тапалмаһын өсөн кәртәләү эштәре һәм ауылда башҡарылаһы эштәрҙең күп өлөшө ир-егеттәр ҡулына бәйле икәнен барлап, йәнле әңгәмә ҡороп, Манышты ауылының ир-аттары Ѳфѳнән, күптән түгел булып үткән "Бәхетнамә" тапшырыуынан ҡайтып килгән Шакир Ғөбәйтулла улы Таһиров, Вилдан Рәсүл улы Абдрахманов, Хөрмәтулла Ғөбәйтулла улы Йомағужин Инйәр хакимиәте һәм ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһының:
"Айыҡ ауыл" республика проектында әүҙем ҡатнашҡан Манышты ауылы ир-егеттәре Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында киң таралған "Ирҙәр ҡоро"н күҙаллап, тиҙ арала үҙҙәрендә ойоштороп та ҡуйҙы. "Ирҙәр ҡоро" ойошмаһы "Берҙәмлектә - көс!" тигән девиз аҫтында маҡсатлы эшкә тотондо.Әлегә "Ирҙәр ҡоро" саҡ эш башлап тора. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, тәүге аҙымдар эшләнгән, ағайҙарҙың “Иғтибар, ҡар!" акцияһына теләп ҡушылып, яу яланында ятып ҡалған яҡташтарыбыҙға ҡуйылған скульптура һәйкәл ансамбле территорияһын һәм ярҙамға мохтаж булған сәләмәтлеге сикләнгән Клара Сафуан ҡыҙы Мөлөкованың йорт ихатаһын ҡарҙан таҙартыуы яҡшы күренеш булды. Уларҙың "Айыҡ ауыл" проектында ла һәр эштә алдынғылар рәтендә йѳрѳүҙәре һоҡланыу ғына тыуҙыра.
Ир-егеттәр атайлыҡ баһаһын күтәреү, эскелеккә ҡаршы көрәш, йәштәрҙә, балаларҙа илһѳйәрлек тойғоларын тәрбиәләү, эшҡыуарлыҡты, туризмды үҫтереү, тыуған төйәккә ярҙам итеү кеүек мәсьәләләр тураһында ла һѳйләште ойошманың тәүге ултырышында. Башҡортостан ир-аттарының I форумын ойоштороусы, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Закир улы Байғусҡаров та телефон аша маныштылар менән осрашырға теләген белдерҙе. Ошо осрашыуҙы ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп, халыҡты сәләмәт тормошҡа әйҙәп, Атайсал матурлығы өсөн тырышып эшләүҙәре - үҙе үк яҡшы күренеш.
Асия ЙОСОПОВА.
Инйәр.