Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Ғинуар 2022, 09:40

Урман питомниктары булдырыла

Башҡортостанда урмандарҙы тергеҙеү һәм ағас үҫентеләре үҫтереү маҡсатында урман питомниктары булдырыла. 

Урман питомниктары булдырыла
Урман питомниктары булдырыла

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары пленар ултырышта урманды файҙаланыуҙың яңы төрөн – «урман питомниктары булдырыу һәм уларҙы файҙаланыу»ҙы индергән закон ҡабул итте. Был төп ағас тоҡомдары үҫентеләрен үҫтереүҙе күҙ уңында тота.

Урман питомниктары өсөн бүленгән участкаларҙа капиталь объекттар һәм капиталь булмаған ҡоролмалар төҙөргә мөмкин.

«Башҡортостан урманды яһалма тергеҙеү күләме буйынса Волга буйы федераль округында алдынғы урынды биләй. Быға төбәк проекттары һәм урманды һаҡлау буйынса төрлө акциялар булышлыҡ күрһәтә. Ағас ултыртыу техникаһы һатып алына. Ләкин урманды тергеҙеү өсөн сифатлы үҫентеләр кәрәк. Ҡабул ителгән закон республикала питомниктар һанын арттырырға мөмкинлек бирергә тейеш», – тине парламент спикеры Константин Толкачев.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: