Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Ғинуар 2022, 10:38

«Омикрон»ды ҡабаттан йоҡтороу хәүефе бар

«Российская газета» Express баҫмаһы мәғлүмәттәренә һылтанып хәбәр итеүенсә, Британия ғалимдары һүҙҙәренсә, «омикрон» штамын яңынан йоҡтороу хәүефе «дельта» менән сағыштырғанда 5,4 тапҡырға юғарыраҡ.

«Омикрон»ды ҡабаттан йоҡтороу хәүефе бар
«Омикрон»ды ҡабаттан йоҡтороу хәүефе бар

COVID-19 менән ауырығандарҙың һаҡланыу кимәле ни бары 19 процент ҡына булыуын раҫлаған тикшереү һөҙөмтәләре әҙер. Һүҙ коронавирустың тап яңы варианты хаҡында бара.

Шул уҡ ваҡытта Көньяҡ Африка табиптары организмдың «омикрон» менән осрашҡанда барлыҡҡа килгән антиесемдәре «дельта» вариантынан да һаҡлауын асыҡлаған. Был COVID-19-ҙан һуң формалашҡан иммунитеттан дүрт тапҡырға көслөрәк.

Баҫма Америка ғалимдарының фекерен дә еткерә. «Омикрон» менән ауырығандар супериммунитетҡа эйә булырға мөмкин, тип иҫәпләй улар. Бының өсөн прививка эшләтергә кәрәк.

Фото: news.myseldon.com

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: