Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Ғинуар 2022, 13:58

Прививка яһатҡан уҡыусыларға бер көн ял бирелә

Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы прививка эшләткән мәктәп уҡыусыларын кәмендә бер көнгә дәрестән азат итәләр.

Прививка яһатҡан уҡыусыларға бер көн ял бирелә
Прививка яһатҡан уҡыусыларға бер көн ял бирелә

Был хаҡта инфекцияның таралыуы буйынса брифингта республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш педиатры Людмила Семавина һөйләне. Спикер билдәләүенсә, вакцинация көнөндә уҡыусы дәрестәрҙе ҡалдыра ала. Табиптар үҫмергә тейешле белешмә бирәсәк.

Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 12 – 17 йәшлек 500-гә яҡын кешегә прививка эшләгән. Вакцина мәктәп уҡыусыларының һәм ата-әсәләрҙең теләге менән яһала.

Фото: nn.ru

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: