Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Февраль 2022, 18:20

Ауыл старосталарының вәкәләттәре киңәйә

Февралдә пленар ултырышта Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары беренсе уҡыуҙа «Башҡортостан Республикаһында ауыл старосталары тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законының 5-се һәм 6-сы статьяларына үҙгәрештәр индереү тураһында» закон проектын ҡарарға ниәтләй.

Ауыл старосталарының вәкәләттәре киңәйә
Ауыл старосталарының вәкәләттәре киңәйә

«Закон проектында ауыл старосталарына бер нисә вәкәләт бирергә тәҡдим ителә. Старосталар урындағы үҙидара органдарына уларҙың ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса эшмәкәрлегенә булышлыҡ итергә, урындағы әһәмиәттәге мәсьәләләрҙе хәл итеү йәһәтенән тәҡдимдәр индерергә мөмкин. Ауыл биләмәһенең, ҡала округының вәкиллекле органы ултырыштарында старосталар кәңәшләшеү тауышы хоҡуғы менән ҡатнаша башлай», –  тине Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.

Башҡортостанда старосталар институты 2019 йылда булдырылды.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: