Дөйөм алғанда, һорау алыуҙа ҡатнашҡан республика халҡының 80,4 проценты муниципаль власть органдарының эше менән ҡәнәғәт. Электр һәм газ менән тәьмин итеүҙе ойоштороу кимәле иң юғары баһа алған (һорауға яуап биреүселәрҙең 94,3 һәм 92,5 проценты). Күпселек автомобиль юлдарының сифаты менән ҡәнәғәт түгел (65,9%).
Әбйәлил, Ауырғазы, Йәрмәкәй, Ейәнсура, Ҡыйғы, Тәтешле һәм Шаран райондары хакимиәттәре юғары комплекслы баһаға лайыҡ булды. Һорау алыуҙа ҡатнашыусылар фекеренсә, Иглин, Мишкә, Нуриман, Өфө, Белорет, Бөрө, Учалы райондарында хәлдәр насарыраҡ. Түбән баһаларға тәү сиратта был муниципалитеттарҙағы юлдарҙың торошо йоғонто яһаны.
Ҡала округтары араһында Күмертау һәм Сибай алдынғы урындарҙы биләй, унда халыҡтың 94 проценттан ашыуы хакимиәт эшенә ыңғай баһа биргән. Аутсайдерҙар — Салауат һәм Өфө.
Баш ҡалала йәшәүселәрҙе автомобиль юлдарының сифаты һәм транспорт хеҙмәтләндереүен ойоштороу ҡәнәғәтләндермәй. Улар Өфө хакимиәте башлығы эшмәкәрлеге менән дә тулыһынса ҡәнәғәт түгел.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров фекеренсә, халыҡты борсоған төп проблемаларҙың береһе — юлдар, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, ихаталарҙы һәм подъездарҙы төҙөкләндереү. Муниципалитет башлыҡтары тап ошо мәсьәләләргә иғтибар итергә тейеш.