Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Февраль 2022, 17:21

Торлаҡтан күсереүгә 4 миллион һум

Дәүләт йөкләмәләре сиктәрендә быйыл Башҡортостанда Межгорье ҡалаһы ябыҡ административ-территориаль берәмегендә йәшәгән 13 кешегә торлаҡ сертификаттары тапшырыла.

Торлаҡтан күсереүгә 4 миллион һум
Торлаҡтан күсереүгә 4 миллион һум

Һәр береһенең күләме - 4,03 миллион һум.

2021 йылда Межгорье халҡын күсереү өсөн дөйөм суммаһы 39 миллион һумлыҡ 18 сертификат бүленде.

Ябыҡ административ-территориаль берәмектәр, ҡағиҙә булараҡ, күпләп юҡ итеү ҡоралын эшләү, һаҡлау һәм утилләштереү, радиоактив һәм башҡа материалдарҙы эшкәртеү буйынса сәнәғәт предприятиелары, хәрби һәм башҡа объекттар урынлашҡан ҡалалар. Ябыҡ административ-территориаль берәмектәргә ирекле рәүештә инергә рөхсәт ителмәй.

БАШИНФОРМ.

Автор:
Читайте нас: