-4 °С
Болотло
Коронавирустың “омикрон” штаммы менән зарарланыу ололарҙа нейроковидҡа йә лонгковидҡа, ә балаларҙы системалы ялҡынһыныуға килтереүе бар, тип “ДНКОМ” молекуляр-генетик ғилми тикшеренеү үҙәгенән.
Коронавирус менән ауырыу, штаммына ҡарамаҫтан, нервы системаһының етди зарарланыуына килтереүе мөмкин. Йәғни “омикрон” менән ауырығанда ла нейроковид йә лонгковид булыуы ихтимал”, — ти үҙәктең етәксеһе Андрей Исаев.
Эксперт фекеренсә, әле коронавирустың бишенсе тулҡыны сигенә башланы һәм ревакцинлау үтеү өсөн иң ҡулай ваҡыт.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, омикрон-штамм Рәсәйҙең 84 төбәгендә асыҡланған.