«Көсөргәнешле режимда эшләргә тура килер», — тине республика етәксеһе.
Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте вице-премьеры — һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, сирлеләрҙең дөйөм һаны 164 708-гә еткән, бер тәүлектә 3 780 кешелә ошондай диагноз раҫланған.
23 413 сирле өйөндә дауаланһа, 327-е — стационарҙа, 23 пациент ауыр хәлдә.
Республикала ковид-пациенттар өсөн койка фонды арттырылды, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. Максим Забелин быны райондарҙа ауырыуҙарҙың күбәйеүенә бәйле булыуын әйтте.
«Бөгөнгә 3250 койка-урын әҙер, шуларҙың 81 проценты буш түгел», — тине һаулыҡ һаҡлау министры.
Башҡортостанда вакцинация дауам итә. Беренсе компонентын 2 419 275 кеше алған, 2 264 882 кеше вацинацияны тамамлаған. Ә 338 мең кеше ревакцинация үткән.
12-18 йәшлек 2 759 үҫмер «Спутник М» вакцинаһын яһатҡан, шуларҙың 14-е икенсе компонентын алған да инде. Министр билдәләүенсә, кире эҙемтәләр күҙәтелмәгән.