Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Февраль 2022, 11:08

Коронавирустың яңы штамы таралыуы ихтимал

2022 йылдың аҙағында донъяла коронавирустың яңы штамы таралыуы ихтимал.

Коронавирустың яңы штамы таралыуы ихтимал
Коронавирустың яңы штамы таралыуы ихтимал

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының Европа төбәк бюроһы директора Ханс Клюге матбуғат брифингында ошо турала белдерҙе.

«Йыл аҙағында вирустың кире ҡайтыу ихтималлығы ҙур, сөнки күптәр инфекция йоҡторҙо. Ә был вирустың яңы мутациялары барлыҡҡа килеүен аңлата. Ҡышҡыһын вирус кире ҡайтыр, ләкин беҙ пандемияның кире ҡайтыуына юл ҡуймаҫҡа тейешбеҙ», — тине Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы вәкиле «Российская газета» баҫмаһына.

Вакцинация кимәле юғары булған илдәрҙә «омикрон» бик тиҙ үтә, тип билдәләне спикер. Клюге фекеренсә, сирҙең яңы варианты барлыҡҡа килә ҡалһа, уны тиҙ арала асыҡлау өсөн илдәргә прививка яһауҙы дауам итергә, вирусты мониторинглау системаһын көсәйтергә кәрәк.

Фото: ngs55.ru

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: