Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Февраль 2022, 14:51

Мотлаҡ изоляция режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе.

Мотлаҡ изоляция режимы ғәмәлдән сығарылды
Мотлаҡ изоляция режимы ғәмәлдән сығарылды

Документтың яңы редакцияһына ярашлы, Рәсәйҙең баш дәүләт санитар табибының 2022 йылдың 4 февралендәге ҡарарына ярашлы, ауырыуҙар менән бәйләнешкә ингәндәргә ҡарата мотлаҡ изоляция тәртибе бөтөрөлдө.

Эш биреүселәргә, шул иҫәптән дәүләт һәм муниципальная власть органдарына хеҙмәткәрҙәрҙең 50 процентынан күберәген өйҙән эшләүгә күсерергә тәҡдим ителә.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: