Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Февраль 2022, 13:00

Бөгөндән QR-код күрһәтеү бөтөрөлә

Башҡортостанда 19 февралдән йәмәғәт урындарында булғанда вакцинация йәки коронавирус үткәреү тураһында QR-кодтар күрһәтеү кәрәклеге бөтөрөлә.

Бөгөндән QR-код күрһәтеү бөтөрөлә
Бөгөндән QR-код күрһәтеү бөтөрөлә

Республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған  оператив штабы ултырышында ошондай ҡарар ҡабул ителде.

Вице-премьер - һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итеүенсә, был талапты бөтөрөү халыҡты вакцинациялау планына өлгәшеүгә һәм күп һанлы антиесемдәр менән сирләүселәргә бәйле.

"Роспотребнадзор"ҙың төбәк идаралығы етәксеһе Анна Казак Һаулыҡ һаҡлау министрлығы позицияһын хупланы һәм төбәктә коронавирустың, киҫкен респиратор вирус инфекцияһының (ОРВИ) кәмеүенә тенденция билдәләүҙәрен, ә коронавирустың “омикрон” штамын йоҡторған пациенттарҙың, ҡағиҙә булараҡ, сирҙе симптомһыҙ йәки еңел формала үткәрә алыуын өҫтәне.

– Коронавирус менән ауырыу күрһәткесенән, уның барышынан һәм халыҡты вакцинациялауҙың юғары кимәленән сығып, предприятиеларҙа, дөйөм туҡланыу һәм хеҙмәттәр өлкәһе учреждениеларында, күмәк мәҙәни сараларға йөрөүҙә QR-кодтар күрһәтеүҙе бөтөрә алабыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Был иҡтисадыбыҙҙың, айырыуса бәләкәй һәм урта бизнестың эшен яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм "Роспотребнадзор"ҙың төбәк идаралығы тәҡдиме буйынса, QR-кодтар 500 һәм унан күберәк кеше ҡатнашҡан ябыҡ биналарҙа үткән сараларҙа һаҡлана.

Башҡа эпидемиологик талаптар – битлек режимы, социаль дистанция һәм биналарҙы санитар эшкәртеү – тулыһынса һаҡлана, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

Вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин билдәләүенсә, төбәктә ковид-19 күрһәткесе буйынса хәл тотороҡло булып ҡала. 18 февралгә республикала коронавирус инфекцияһын йоҡторғандарҙың дөйөм һаны 181 612 тәшкил итә. Тәүлек эсендә 4 504 яңы осраҡ раҫланған. Бөтәһе 148 711 кеше һауыҡҡан, уларҙың 3 631-е - уҙған тәүлектә.

Министр белдереүенсә, республикала йоғошло сирҙәр өсөн 3444 урын әҙерләнгән. Пациенттарҙың күпселеге амбулатор шарттарҙа дауалана. Коронавирус йоҡторған 335 кеше генә дауаханала ята.

Хәлдәрҙең тотороҡло булыуына бәйле республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәксеһе 21 февралдән бер йәшкәсә балаларҙы диспансеризациялауҙы һәм тикшереү үткәреүҙе тергеҙергә тәҡдим итте. Оператив штаб ағзалары был башланғысты хупланы.

Максим Забелин республикала коронавирустан прививка яһатыуҙың дауам ителеүе хаҡында әйтте. Төбәккә бөтәһе 2 957 818 доза вакцина алынған. 18 февралгә мәғлүмәттәр буйынса, 2 435 545 кеше прививканың беренсе компонентын эшләткән. 2 289 069 граждан вакцинацияны тулыһынса тамамлаған. Был - яһатырға тейешле халыҡтың 98 һәм 93,6 проценты. Төбәктә мәктәп йәшендәге 2 835 балаға һәм үҫмергә “Спутник-М” вакцинаһының тәүге компоненты һалынды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан 188 вакцинация пунктында поликлиника регистратураһы йәки “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша алдан яҙылып, коронавирустан прививка яһатырға мөмкин.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: