-9 °С
Болотло
- Башҡортостан - тау һәм саңғы спорты базалары үҫешкән төбәк. Базаларҙың береһе Белоретта урынлашҡан. Ҡунаҡхана комплексын төҙөү ҡаланың туристик инфраструктураһын үҫетереүгә булышлыҡ итәсәк. Инвестиция проектының хаҡы 33 млн. һум, — тип белдерә Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Екатерина Кликунова.
Ҡунаҡханала 30 бүлмә буласаҡ. 11 эш урыны булдырыласаҡ. Әлеге ваҡытта «Белорет» йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенә 9 резидент теркәлгән.