Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Февраль 2022, 13:31

"Көмөш Уҡсы" - Башҡортостанда

“VI Бөтә донъя фольклориадаһы Башҡортостанда 37 илде берләштерҙе” медиакейсы 2022 йылда “Халыҡ-ара коммуникациялар” номинацияһында иң яҡшыһы тип танылды.

"Көмөш Уҡсы" - Башҡортостанда
"Көмөш Уҡсы" - Башҡортостанда

“Көмөш Уҡсы” - белгестәр фекеренсә, Рәсәйҙә ижтимағи бәйләнештәрҙе үҫтереү өлкәһендәге беренсе премия. Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, Рәсәй Журналистар союзы, Йәмәғәтселек менән бәйләнештәр буйынса Рәсәй ассоциацияһы тарафынан булдырылған премия быйыл 25 йыллығын билдәләй. Сирек быуат эсендә конкурста илдең бөтә төбәктәренән биш меңдән ашыу проект ҡатнашҡан.

Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә милли премия лауреаттарын бүләкләү тантанаһында "Көмөш Уҡсы" статуэткаһы Башҡортостанға оса тинеләр.

2022 йылдың 16-17 февралендә Рәсәй Йәмәғәт палатаһында иң яҡшы проекттарҙың кейстары исем туйы ойошторолдо. Заявка биреү кампанияһы йомғаҡтары буйынса премияға 13 номинацияла 348 проект дәғүә итә. Премияның шорт-лист исемлегенә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 85 проект, шул иҫәптән Башҡортостандыҡы ла ингән. Беҙҙең Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының медиакейсы Бөтә донъя фольклориадаһын уҙғарған ваҡытта тәүге тапҡыр халыҡ-ара республика event-ының 50 илдең социаль селтәрҙәренә һәм медиаларына берләшеүе хаҡында. 2022 йылда премияға дәғүәселәр һәм номинанттар араһында етди конкуренция булды - финалда “Газпром”, “Рәсәй тимер юлдары”, Һаҡлыҡ банкы, “Сибур”, “Ростех” һәм башҡаларҙың PR-командалары ҡатнашты. Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы вәкиле Мәскәүҙә ойошторолған проект яҡлауҙы уңышлы үтте - Медиакейс юғары баһа алды.

Фото: Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: