17-се ҡала клиник дауаханаһының баш табибы урынбаҫары Регина Фёдорова һүҙҙәренсә, дауахана ҡарамағындағы яңы тыуған сабыйҙар өсөн инфекция бүлеге 2021 йылдың авгусында асылған.
«Йәй аҙағында «дельта» штамы тарала бшлағас, республикабыҙҙа балалар, шул иҫәптән яңы тыуған сабыйҙар араһында коронавирус инфекцияһы менән ауырыуҙың артыуы күҙәтелде, – тип һөйләне Регина Фёдорова. – Балалар күп осраҡта ғаиләлә йоҡтора, һәр кем сирҙе төрлөсә үткәрә. Шуныһы ҡыуаныслы: йәш сабыйҙар араһында ковидтан бер үлем осрағы ла юҡ».
Ошо көндәрҙә дауахана Рәсәй Хөкүмәте бойороғо һәм Башҡортостан Башлығы Указы сиктәрендә яңы медицина ҡорамалдары: үпкәне яһалма елләтеү аппараттары, инфузоматтар, Omron небулайзерҙары, һауа дымландырғыстар алды.