Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Февраль 2022, 16:07

Матур датала парҙар никахлаша

Башҡортостанда ошо йылдың һуңғы матур датаһы ғашиҡтар араһында бик популяр. 

Матур датала парҙар никахлаша
Матур датала парҙар никахлаша

22.02.2022 шишәмбе көнгә тура килһә лә, республикала 398 пар рәсми рәүештә никахтарын теркәй, тип хәбәр иттеләр Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән.

Көн аҙағына яҙылышҡан парҙарҙың кәмеүе лә, артыуы ла ихтимал, тип билдәләне белгестәр. Дәүләт комитеты вәкилдәре мәғлүмәттәргә төҙәтмәләр индерееп барырға вәғәҙә бирҙе.

Бынан алда «Башинформ» агентлығы 2 февралдә (02.02.2022) республика ЗАГС-тарында 100 парҙың никахлашыуын хәбәр иткәйне.

Фото: i38.ru

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: