Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Февраль 2022, 16:48

Эш биреүсеһен талаған

Район буйынса эске эштәр бүлегенә халыҡҡа ассенизатор хеҙмәтен күрһәткән шәхси эшҡыуар мөрәжәғәт итә. Ғаризала күрһәтелеүенсә, уның ҡуртымға алынған гаражынан мөлкәте юғалған.

Эш биреүсеһен талаған
Эш биреүсеһен талаған

Һорау алғандан һуң, тәртип һаҡсылары зыян күреүсенең бер нисә йөк автомобиле булыуын һәм улар менән ике ялланған водителдең идара итеүен асыҡлай. КамАЗдар һәм ЗИЛдәр автозапчастар һаҡланған гаражда торған. Көндәрҙең береһендә ир кеше бокста бихисап запчастарҙың етешмәүен, шулай уҡ ҡара металл һыныҡтарының юҡлығын аңғара. Шәхси эшҡыуарға килтерелгән зыян күләме - 160 мең һумдан ашыу.

Оператив-эҙләү саралары барышында полиция хеҙмәткәрҙәре 37 йәшлек элек хөкөм ителгән водителде ҡулға ала.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ир матди хәлен яҡшыртыу өсөн эш машинаһында гараждан запас частарҙы, ҡара металл һыныҡтарын алып сыға һәм металл һыныҡтарын ҡабул итеү пунктына тапшырып, 18 мең һум килем ала. Аҡсаны үҙ ихтыяжына тотона.

Әлеге факт буйынса Енәйәт кодексының 158-се статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ғәйепләнеүсе аҡсаны өлөшләтә кире ҡайтарған. Енәйәт эше судҡа йүнәлтелгән.

Гүзәл ДРОНОВА,

район буйынса эске эштәр бүлегенең матбуғат хеҙмәткәре.

 

Автор:
Читайте нас: