«Донбастың халыҡ республикалары Рәсәйгә ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Шуға бәйле мин махсус хәрби операция үткәреү тураһында ҡарар ҡабул иттем. Уның маҡсаты — һигеҙ йыл дауамында Киев режимы яғынан мыҫҡыл итеүгә, геноцидҡа дусар булған кешеләрҙе яҡлау, бының өсөн Украинаны демилитаризациялауға һәм денацификациялауға, шулай уҡ тыныс халыҡҡа, шул иҫәптән Рәсәй Федерацияһы граждандарына ҡаршы бик күп ҡанлы енәйәттәр ҡылғандарҙы хөкөм итеүгә ынтылабыҙ», — тине Владимир Путин граждандарға мөрәжәғәт итеп.
Ғәскәрҙәрҙе индереү тураһында ҡарар Донецк Халыҡ Республикаһы һәм Луганск Халыҡ Республикаһы менән дуҫлыҡ, хеҙмәттәшлек һәм үҙ-ара ярҙам тураһында төҙөлгән килешеүҙәргә ярашлы ҡабул ителде. «Хәрби машина юлға сыҡты, беҙҙең сиктәргә яҡынлаша», тип билдәләне дәүләт башлығы. Ул Донбастағы ваҡиғаларҙы фажиғәле тип баһаланы.
БАШИНФОРМ.