Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Февраль 2022, 15:36

Анһат байырға уйлаған

Район буйынса эске эштәр бүлегенең наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу бүлеге хеҙмәткәрҙәре 18 йәшлек егетте синтетик наркотиктар һатыу йәһәтенән шик аҫтына ала.

Анһат байырға уйлаған
Анһат байырға уйлаған

Оператив-эҙләү саралары барышында тәртип һаҡсылары наркотиктан иҫергән йәш кешене полиция бүлегенә алып килә. Тентеү мәлендә егеттә 2 грамлыҡ синтетик наркотик менән төргәк табыла.

Ҡулға алыныусының телефоны оперативниктарҙа айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Унда егет билдәһеҙ кеше менән наркотик матдәләр өсөн тәғәйен йәшерен урындар тураһында хатлашҡан. Фотоһүрәттәр һәм адрестар буйынса ҡарағанда, бындай урындарҙың һаны ундан кәм түгел. Йәш кешенең һүҙҙәренсә, ул үҙенең матди хәлен яҡшыртырға уйлаған һәм наркотиктарҙы йәшерен урындарға һалыусы курьер булырға ҡарар ҡылған. Тыйылған матдәләрҙе енәйәтсе күрше ҡалалағы йәшерен урындан барып алған һәм Белоретта таратҡан.

Тикшереү-оператив төркөм күрһәтелгән координаталар буйлап йөрөп сыға. Йәшерен урындарҙа табылған наркотиктарҙың дөйөм ауырлығы яҡынса 4,5 грамды тәшкил итә.

Егет үҙ ғәйебен танып, ҡылған эше өсөн үкенеүен белдерҙе. Мәғлүмәти-телекоммуникация сараларын ҡулланып, алдан һүҙ ҡуйышып, законһыҙ наркотик матдәләрҙе ҙур күләмдә таратҡан төркөмгә енәйәт эше ҡуҙғатылды. Бөгөнгө көндә енәйәт эше судҡа ебәрелгән.

Әгәр һеҙ наркотик һәм психотроп матдәләрҙе законһыҙ ҡулланыу, һаҡлау, әҙерләү, таратыу, наркотик матдәләре булған үҫемлектәрҙе үҫтереү, йәиһә наркотик ҡулланыусыларҙың притонын ойоштороу йәһәтенән мәғлүмәткә эйә булһағыҙ, кисекмәҫтән Башҡортостан Республикаһы буйынса эске эштәр бүлегенең ышаныс телефонына шылтыратып хәбәр итегеҙ: 8(347)279-32-92

Гүзәл ДРОНОВА,

Белорет районы буйынса эске эштәр бүлегенең матбуғат хеҙмәткәре.

Автор:
Читайте нас: