Яңылыҡтар
1 Марта 2022, 11:50

Битлек кейеү генә һаҡлана

Рәсәйҙәргә йәмәғәт урындарында социаль дистанцияны һаҡламаҫҡа рөхсәт ителде.

Добавить в предпочтительные источники Google
Битлек кейеү генә һаҡланаБитлек кейеү генә һаҡлана
Битлек кейеү генә һаҡлана

Роспотребнадзорҙың яңы эпидемиологик тәҡдимдәренән күренеүенсә, хәҙер битлек кейеү һәм көсәйтелгән дезинфекция режимы ғына ғәмәлдә.

«Сир йоҡтороу осраҡтарының кәмеүен һәм клиник билдәләре булмаған сәләмәт кешеләр араһында «омикрон» вариантының таралыуын иҫәпкә алып, Рәсәй Федерацияһының баш дәүләт санитар табибы эпидемияға ҡаршы сараларҙы үткәреү буйынса методик тәҡдимдәрҙе раҫланы», — тиелә ведомство белдереүендә.

Фото: znak.com

Автор:Эльвира Хамзина