Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Март 2022, 11:44

Федераль һауа транспорты агентлығы осоуҙы тыйҙы

Федераль һауа транспорты агентлығы илдең үҙәк өлөшөндәге һәм көньяғындағы 11 аэропортҡа осоуҙы тыйҙы. 

Федераль һауа транспорты агентлығы осоуҙы тыйҙы
Федераль һауа транспорты агентлығы осоуҙы тыйҙы

Ваҡытлыса сикләү режимы 2022 йылдың 8 мартына тиклем оҙайтылды, тип хәбәр итте ведомство.

Йәғни Анапа, Белгород, Брянск, Воронеж, Геленджик, Краснодар, Курск, Липецк, Дондағы Ростов, Симферополь, Элиста аэропорттарына осоштар сикләнде.

Рәсәйҙең башҡа аэропорттары, шул иҫәптән халыҡ-ара аэропорттар штат режимында эшләй, тип билдәләй Федераль һауа транспорты агентлығы.

Башинформ.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: