+3 °С
Болотло
Шулай уҡ ул һалым кодексына төҙәтмәләр тураһында әйтте. Хөкүмәт һалымдар өлкәһендә оператив үҙгәрештәр хоҡуғына эйә була, шулар араһында — уларҙы түләү ваҡытын оҙайтыу. Рәсәй субъекттары дәүләт власының юғары органдарына ла төбәк һәм урындағы һалымдарға ҡарата ошондай вәкәләттәр бирелә.
Яңы тәртип йыл дауамында ғәмәлдә була.
«Уны тиҙ арала бизнесҡа һәм граждандарға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән ҡарарҙар ҡабул итеү мөмкинлеге булһын өсөн индерәбеҙ. 2020 йылда, пандемия осоронда ла, эш тап ошо рәүешле ойошторолдо», — тип билдәләне хөкүмәт рәйесе.