Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Март 2022, 16:41

Айнытҡыстар эшләй башлай

Башҡортостанда дәүләт һәм муниципаль айнытҡыстар системаһы тергеҙелә.

Айнытҡыстар эшләй башлай
Айнытҡыстар эшләй башлай

Тейешле закон проекты Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты тарафынан хуплау тапты.

«Айнытҡыстарҙы тергеҙергә кәрәк, ләкин шул уҡ ваҡытта уларҙың коммерция кибетенә әүерелеүенә юл ҡуймау мөһим. Улар төп маҡсатҡа — кешеләрҙең ғүмерен һәм һаулығын һаҡлауға, хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеүгә хеҙмәт итергә тейеш. Элек бындай тәжрибә киң таралғайны. Йыл һайын илдә 2,5-5 миллион граждан эске эштәр органдары системаһының медицина айнытҡыстарына ябыла ине. Хәҙер Рәсәйҙә йылына 50 меңдән ашыу кеше эскелектән һәләк була. Күпселеге эшкә һәләтле йәштә. Уларҙың 8-10 меңе һыуыҡтан үлә. Бындай кешеләрҙе айнығанға тиклем изоляциялау ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалыр», — тине Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.  

Айнытҡыстар республиканың 2022 йылға һәм 2021-2024 йылдарға һалынған бюджет аҡсаһына финанслана.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: