Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова һүҙҙәренсә, республикала дарыуҙарға ҡытлыҡ юҡ. Медицина учреждениеларында кәрәкле дарыуҙар запасы булдырылған, дарыуҙарҙы аптека селтәрҙәренә тейәп оҙатыу менән өҙөклөктәр юҡ.
«Башфармация» селтәренең дәүләт аптекаларында төрлө тәғәйенләнештәге препараттар менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр юҡ. Граждандарҙың льготалы категорияһы өсөн дарыуҙар һатып алыу элекке режимда бара», — тине министр урынбаҫары.
Ведомствола белдереүҙәренсә, бөгөн илебеҙ дарыуханаларында һатылған препараттарҙың 60 проценты — илебеҙҙеке. Бөтә донъяла етештерелгән дарыуҙарҙың субстанцияларын Һиндостанда йәки Ҡытайҙа эшләйҙәр. Шуға күрә санкциялар препарат етештереүгә йоғонто яһамаясаҡ.