-16 °С
Болотло
Шаршамбы социаль селтәрҙәрҙә Сочиҙың бөтә райондарында ер тетрәне тигән мәғлүмәт баҫылып сыҡты. Шаһиттар һөйләүенсә, тәбиғәт күренеше курорттың һәр районында күҙәтелгән.
Ваҡиға урынына Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡотҡарыусылары ебәрелгән, Рәсәйҙең популяр курортына артыҡ зыян килмәгән.
Быйыл февраль айында Грузияла көслө ер тетрәү булған. Был Әрмәнстанда ла һиҙелгән, бында магнитуда 5 балл тәшкил иткән. Азербайжанда — 3,5 балл.