Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Март 2022, 15:21

Өфө белорус биатлонсыларын икмәк-тоҙ менән ҡаршы алды

9 мартта Өфөгә Белоруссия спортсылары килде. Улар биатлон буйынса Рәсәй кубогының һуңғы этабында һәм Рәсәй чемпионатында ҡатнаша.

Өфө белорус биатлонсыларын икмәк-тоҙ менән ҡаршы алды
Өфө белорус биатлонсыларын икмәк-тоҙ менән ҡаршы алды

Байрам ҡунаҡтарын  физкультура эше, спорт туризмы һәм спорттың адаптив төрҙәрен үҫтереү бүлеге начальнигы Дмитрий Гладких, «Башҡортостан белорустары» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Раиса Зюзько, Белорус тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Жанна Хализова, шулай уҡ Иглин районы Балтика ауылының А.Н. Харитонов исемендәге мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре икмәк-тоҙ менән ҡаршы алды.

Биатлон буйынса Донъя кубогы этабының бронза призёры Дмитрий Лазовский әйтеүенсә, ул Башҡортостанда тәүге тапҡыр, уның төп бурысы – сифатлы биатлон күрһәтеү.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй кубогының һуңғы туғыҙынсы этабы һәм биатлон буйынса Рәсәй чемпионаты ярыштары 10-17 мартта «Биатлон» спорт-һауыҡтырыу комплексында ойошторола.

Фото: Башинформ.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: