-6 °С
Болотло
Белорет металлургия комбинаты февралдә ҡулланыусыларға 35 мең тоннанан ашыу метиз һатҡан. Был уҙған йылдың ошо айына ҡарағанда 10 процентҡа күберәк. Тимер-бетон изделиялары өсөн тәғәйен юғары сыҙамлы тимерсыбыҡ - 2,3, төҙөлөш тармағы өсөн һыуыҡ килеш деформацияланған арматура һатыу 1,5 тапҡырға артһа, тимер-бетон конструкциялар һәм арматур канаттар өсөн түбән углеродлы тимерсыбыҡ менән тәьмин итеү 38 һәм 35 процентҡа, электрод етештереүҙә ҡулланылған ҡорос сөй һәм түбән углеродлы иретеп йәбештереү тимерсыбығы - 7, иретеп йәбештереү һәм иретеү өсөн иретеп йәбештереү ҡатнаш тимерсыбығын һатыу 3 процетҡа күбәйгән.