0 °С
Болотло
Ошо ваҡыт эсендә республикала пенсионерҙар 1,175 миллиондан 1,149 миллион кешегә тиклем кәмегән. Башҡортостанда хаҡлы ялдағыларҙың күпселеге йәки яҡынса 1,051 миллион кешегә страховка пенсияһы түләнә. Быйыл 1 ғинуарға уның уртаса күләме 16 942 һумдан ашҡан. Был 2021 йылдың ғинуарына ҡарағанда 1229 һумға күберәк.
Дәүләт пенсия тәьминәте буйынса пенсия алыусылар күпкә аҙыраҡ — 99 мең самаһы кеше. Уларҙың уртаса пенсия күләме йыл башына 10 617 һум тәшкил иткән, тип белдерҙеләр Башстатта.
Фото: kleo.ru