Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Март 2022, 09:22

Республика вакцинаның беренсе компонентын алған өлкән йәштәгеләр һаны буйынса 100 процент күрһәткескә өлгәште

Башҡортостан вакцинаның беренсе компонентын алған өлкән йәштәгеләр һаны буйынса 100 процент күрһәткескә өлгәшкән. Республикала 2 484 690 кеше коронавирусҡа ҡаршы прививканың беренсе компонентын яһатҡан. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 10 мартҡа ҡарата мәғлүмәттәре буйынса, 2 346 397 кеше прививкаланған (94,4%).

Республика вакцинаның беренсе компонентын алған өлкән йәштәгеләр һаны буйынса 100 процент күрһәткескә өлгәште
Республика вакцинаның беренсе компонентын алған өлкән йәштәгеләр һаны буйынса 100 процент күрһәткескә өлгәште

Пандемия башланғандан алып Башҡортостанда бөтәһе 253 946 кешелә яңы коронавирус инфекцияһы асыҡланған. Һуңғы тәүлектә 2 856 яңы осраҡ теркәлгән.

Әлеге ваҡытта 246 пациент стационарҙа дауалана, 23-ө ауыр хәлдә, берәүһе үпкәне яһалма елләтеү аппараты менән тын алырға мәжбүр. Ә 35 848 сирле өйҙәрендә дауалана.

Тәүлек эсендә 16 кеше вафат булған, йәмғеһе — 5 370.

212 482 кеше һауығып сыҡҡан, уларҙың 3 990-ы — һуңғы тәүлектә.

Фото: вести35.рф

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: