Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Март 2022, 10:42

Йәнә бер юғалтыу

Украинала барған хәрби операцияла Учалы районы Ахун ауылы егете Нил Наил улы Мөслимов геройҙарса һәләк булған.

Йәнә бер юғалтыу
Йәнә бер юғалтыу

19 йәшлек һалдат Рәсәй хәрби көстәренең мотоуҡсылар батальонында контракт нигеҙендә гранатометсы булып хеҙмәт иткән.  Ауылдаштары Нилде тик яҡшы яҡтан ҡылыҡһырлай. Улар ҡустыһы менән сабый ғына килеш әсәйһеҙ ҡала. Ике улын аталары яңғыҙы тәрбиәләп үҫтерә. Мәктәптән һуң Нил урындағы һөнәрселек училищеһына уҡырға инә. Былтыр яҙ уҡыу йортон тамамлағас, үҙ теләге менән армияға китә, ярты йылдан контракт нигеҙендә хеҙмәтен дауам итә. Мәрхүмдең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Фото: Интернет селтәренән

 

 

 

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: