Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Март 2022, 15:59

Биш ауылда «ҡоро закон» индереүҙәре ихтимал

Республиканың биш ауылында «ҡоро закон» индереүҙәре ихтимал.

Биш ауылда «ҡоро закон» индереүҙәре ихтимал
Биш ауылда «ҡоро закон» индереүҙәре ихтимал

Күгәрсен районы Үрге Мөрсәләй, Хоҙайбирҙин һәм Сәлих ауылдары халҡы үҙ биләмәһендә алкоголь һатыуҙы тыйыу тураһында башланғыс менән сығыш яһаны. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, граждандарҙың бындай хоҡуғы бар.

Закон проекты Башҡортостан Хөкүмәтенә ғинуар аҙағында уҡ ебәрелгән. Әлегә уның буйынса ҡарар ҡабул ителмәгән, тип хәбәр иттеләр Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәтенән.

Бынан тыш, ошо көндәрҙә Көйөргәҙе районы Яҡшембәт һәм Яҡут ауылдарында йәшәүселәр ҙә «ҡоро закон» индерергә теләүҙәре хаҡында белдергән. Был ауылдар «Айыҡ ауыл» конкурсында әүҙем ҡатнаша.

Республика парламенты спикеры билдәләүенсә, хәмер һатыуҙы тыйыу сәләмәт йәшәү рәүеше мәҙәниәтен булдырыуҙы гарантияламай.

«Тәү сиратта көндәлек тормошта спиртлы эсемлектәр ҡулланыуҙы туҡтатыу өҫтөндә эшләргә кәрәк, – тине Константин Толкачев. – Быға шунда уҡ, һатыуҙы тыйып ҡына өлгәшеп булмай».

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: