ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, әлеге водитель бер йыл элек тә ошондай уҡ ваҡиғаға тарыған. Ул мәлдә иҫерткес эсемлек эсеүен раҫлаусы медицина тикшереүенән баш тарҡан өсөн йәш кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. 30 мең һум күләмендә штраф һалыныу менән бергә, ул 1,5 йылға транспорт саралары менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителә.
Үҙе өсөн бер ниндәй һабаҡ алмаған егет күп тә үтмәй йәнә эскән килеш руль артына ултыра. Медицина тикшереүе күрһәтеүенсә, Белорет кешеһенең ҡанында 0,771 мг/л алкоголь була.
Тәртип боҙоусыға ҡарата Енәйәт кодексының 264.1-се статьяһына ярашлы енәйәт эше ҡуҙғатылған. Әлеге ваҡытта енәйәт эшен тикшереү тамамланған, материалдар судҡа йүнәлтелгән.
Фото: vesti-yamal.ru