Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Март 2022, 11:12

Курьерҙар алданған

Район буйынса эске эштәр бүлегенә ҡала кафеларының береһендә эшләүсе хеҙмәткәр мөрәжәғәт итә. Ғаризала күрһәтелеүенсә, билдәһеҙ кеше алдыҡ юл менән уның 3 мең һумдан ашыу аҡсаһына эйә булған.

Курьерҙар алданған
Курьерҙар алданған

Йәш кеше аңлатыуынса, кискеһен кафеға ҡала ойошмаларының береһенән заказ килә. Клиент тағы берҙе шылтыратып, заказды 5 мең һумлыҡ ҡулаҡса менән түләүен хәбәр итә. Курьер һәм заказ биреүсе ҡайтарымды клиенттың телефон иҫәбенә күсерергә тип килешәләр. Артабан иһә сәйер хәл була: шылтыратыусы курьерҙы килеп еткәнсе үк ҡайтарымды күсереп ҡуйырға күндерә. Ысынында иһә ойошма ябыҡ һәм бер кемдә кафеға заказ бирмәгән булып сыға. Шулай итеп ҡала кешеһе үҙенең 3300 һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға.

20 минуттай ваҡыт уҙғас, дежур бүлеккә йәнә бер суши ташыусы мөрәжәғәт итә һәм шундай уҡ хәлгә тарыуын һөйләй. Үрҙә телгә алынған схема буйынса ул сит иҫәпкә 2650 һум аҡса күсерә. Был ике мутлыҡ йәһәтенән Енәйәт кодексының 159-сы статьяһына ярашлы енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Мут “заказсы” иҫәбенә 4 мең һумдан ашыу аҡса күсереп, 19 йәшлек курьер ҙа алдана. Бының өсөн егеткә хатта банкомат эҙләп табырға тура килә. Клиент итәғәтле генә итеп телефон иҫәбенә бурысҡа аҡса күсерергә, ризыҡты килтереү менән сумманы кире ҡайтарырға һүҙ бирә. Әммә күрһәтелгән адрес буйынса курьерҙы үтә күңелһеҙ “сюрприз” көтә. Әлеге факт буйынса тикшереү эше алып барыла.

Полиция граждандарҙы уяу булырға, билдәһеҙ кешеләрҙең иҫәбенә аҡса күсермәҫкә саҡыра.

Гүзәл ДРОНОВА,

район буйынса эске эштәр бүлегенең матбуғат хеҙмәткәре.

Фото: v-kurse.ru

 

Автор:
Читайте нас: