Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Март 2022, 13:00

Үлтереү менән янаған

Полиция бүлегенә ярҙам һорап ҡурҡыуға ҡалған ҡатын-ҡыҙ мөрәжәғәт итә. Зыян күреүсе аңлатыуынса, уны сит ир туҡмай һәм муйынынан һыға. Хәлде асыҡлау өсөн Ленин урамындағы йорттарҙың береһендә барған ваҡиға урынына полиция наряды килә.

Үлтереү менән янаған
Үлтереү менән янаған

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, спиртлы эсемлектәр эсер өсөн элекке тормош иптәшенә танышы килә. Табын ҡатынға оҡшамай һәм ул ирҙәрҙең сығып китеүен һорай. Ҡунаҡ бындай мөнәсәбәтте кәмһетеү итеп ҡабул ҡыла һәм хужабикәнең үҙен ҡыуа башлай.

Көтмәгәндә әрепләшеү ҡул күтәреүгә барып етә. Иҫерек ир ҡатынды туҡмай, муйынына йәбешә, үлтереү менән янай. Ниндәйҙер мәлдә фатир хужабикәһе саҡырылмаған ҡунаҡтың ҡулынан ысҡынып, подъезға сығып ҡаса. Ләкин алыш унда ла дауам итә. Тауышҡа күрше ир сығып, бола ҡуптарыусыны ситкә һөйрәкләй һәм тәртип һаҡсылары килгәнсе ҡарап тора. Әйткәндәй, ҡатындың элекке ире ыҙғышҡа ҡыҫылмай, иптәшен дә туҡтатырға маташмай.

48 йәшлек Белорет кешеһе ҡулға алына. Ул үҙ ғәйебен таный һәм үкенеүен белдерә. Тәүтикшереү бүлеге тарафынан тәртип боҙоусыға ҡарата Енәйәт кодексының 119-сы статьяһына ярашлы енәйәт эше ҡуҙғатылған. Бөгөнгө көндә енәйәт эшен тикшереү тамамланған һәм судҡа йүнәлтелгән.

Ләйсән КӘШБИЕВА,

район эске эштәр бүлегенең өлкән тәүтикшереүсеһе.

Фото: severnyiraion.ru

Автор:
Читайте нас: