Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Март 2022, 18:44

Биш ҡыҙ ағыуланған

Кисә көндөҙ Стәрлетамаҡ ҡалаһында бәхетһеҙ осраҡ теркәлә. Ҡала лицейҙарының береһендә уҡып йөрөгән биш VIII класс уҡыусыһы дауаханаға эләгә. 

Биш ҡыҙ ағыуланған
Биш ҡыҙ ағыуланған

 “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, ҡыҙҙар дарыу менән ағыуланған.

Асыҡланыуынса, ҡыҙҙарҙың береһе мәктәпкә ололар өсөн тәғәйенләнгән дарыу килтерә. Был дарыу мускулдарҙың тонусын, шул иҫәптән тарҡау склероз һәм фалиж ваҡытында, күтәреү өсөн ҡулланыла.

– Һәр ҡыҙыҡай биш-туғыҙ төймә дарыу ашаған. Бынан һуң уларҙың хәле насарлана. Тиҙ арала дауаханаға алып барыу талап ителә. Әле ҡыҙҙар Өфөләге Республика клиник балалар дауаханаһындағы реанимация бүлексәһендә. Хәлдәре тотороҡло ауыр тип баһалана, – тигән сығанаҡ.

Әлеге ваҡытта был хәл буйынса тикшереү бара. 

Ата-әсәләр! Балалар менән иғтибарлы булыу талап ителә. Ғәҙәттә, ярамаған дарыу ашап бәләкәй балалар ағыулана. Әммә, күренеүенсә, ҙурыраҡ балаларға ла иғтибар кәрәк. Бәләкәстәрҙән дарыуҙы йәшереп ҡуйырға булһа, ҙурыраҡ балалар менән даими аңлатыу эше алып барырға кәрәк. Балаларыбыҙҙы һаҡлайыҡ! 

Фото: chaspik.ua

 
 
Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: