Яңылыҡтар
22 Марта 2022, 05:15

Поездарҙа һәм вокзалдарҙа битлек кейеү ғәмәлдән сығарылды

Алыҫ араға йөрөгән поездарҙың пассажирҙарына хәҙер битлек кейеү мотлаҡ түгел, тимер юл вокзалында ла әлеге талап ғәмәлдән сығарылды. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Поездарҙа һәм вокзалдарҙа битлек кейеү ғәмәлдән сығарылдыПоездарҙа һәм вокзалдарҙа битлек кейеү ғәмәлдән сығарылды
Поездарҙа һәм вокзалдарҙа битлек кейеү ғәмәлдән сығарылды

 Был хаҡта Рәсәй тимер юлдарының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

«Эпидемиологик хәл тотороҡланғас, Рәсәй тимер юлдары поездарында һәм вокзалдарында ғәмәлдәге сикләүҙәр әкренләп бөтөрөлә. Мәҫәлән, поезда барғанда пассажирҙарҙың температураһын үлсәргә, шулай уҡ уларға вагон-бистроларҙа, вагон-ресторандарҙа битлек кейергә, социаль дистанцияны һаҡларға кәрәкмәй», — тип билдәләнеләр Рәсәй тимер юлдарының матбуғат хеҙмәтендә.

Шул уҡ ваҡытта күсмә составты һәм вокзалды дезинфекциялау эштәре дауам итә.

Автор:Эльвира Хамзина