Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Март 2022, 11:15

Санкцияларҙан һуң рәсәйҙәр әле үк баҡса миҙгеленә әҙерләнә

Көнбайыш санкцияларынан һуң рәсәйҙәр әле үк баҡса миҙгеленә әҙерләнә башлаған.

Санкцияларҙан һуң рәсәйҙәр әле үк баҡса миҙгеленә әҙерләнә
Санкцияларҙан һуң рәсәйҙәр әле үк баҡса миҙгеленә әҙерләнә

Wildberries сауҙа майҙансығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, быйыл баҡса инвентарҙарына һорау 2021 йыл менән сағыштырғанда 200% артҡан.
Был санкцияларға һәм халыҡтың ҡурҡыуына бәйле. 

Көрәк - 377%, тырма — 726%, үлән сапҡыс — 622%, бензин бысҡыһы — 175%, орлоҡ – 242%, ашлама 128% күберәк һатылған. 

Белгестәр, күп кенә сит илдәргә сығыу мөмкинлеге сикләнгәс, ҡала ситендәге күсемһеҙ милеккә һорау артыр тип фаразлай.

Фото: bizsell24.ru

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: