Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Март 2022, 12:46

"Үлемһеҙ полк" ғәҙәти форматта үтә

Быйыл Үлемһеҙ полк акцияһы ғәҙәти форматта була.

"Үлемһеҙ полк" ғәҙәти форматта үтә
"Үлемһеҙ полк" ғәҙәти форматта үтә

Бындай ҡарар 22 мартта «Рәсәйҙең Үлемһеҙ полкы» хәрәкәте төбәк штабының киңәйтелгән ултырышында ҡабул ителде. Сара республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, «Рәсәйҙең Үлемһеҙ полкы» хәрәкәтенең Башҡортостан штабы етәксеһе Вадим Курилов рәйеслегендә уҙҙы.

Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, республиканың барлыҡ муниципалитеттарында Үлемһеҙ полк колонналарына теҙелә башлау өсөн бер үк ваҡыт (10.00-11.00), Дөйөм республика Бер минутлыҡ тынлыҡ (11.00-11.12) һәм республикала колонналар хәрәкәтен башлау ваҡыты (11.12-13.00) билдәләнде.

Рәсәйҙә «Үлемһеҙ полк» акцияһы — йыл да, Башҡортостанда 2014 йылдан алып уҙғарыла. Пандемия осоронда, 2020-2021 йылдарҙа, акция онлайн ойошторолдо.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: