Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Март 2022, 18:27

Вакцинация буйынса 44 районда план арттырып үтәлгән

Башҡортостанда коронавирус менән сирләү осраҡтары көндән-көн кәмей. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, пандемия башланғандан бирле сирҙе 274548 кеше йоҡторған. Әлеге ваҡытта 135 кеше ковид-госпиталдәрҙә дауалана. 19 кешенең хәле ауыр тип баһалана.

Вакцинация буйынса 44 районда план арттырып үтәлгән
Вакцинация буйынса 44 районда план арттырып үтәлгән

Был мәғлүмәттәр менән Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Азат Рәхмәтуллин таныштырҙы. Ул вакцинация планын үтәү-үтәмәү тураһында ла әйтте.

– Вакцинация буйынса план 44 районда аштырып үтәлгән, 16 муниципалитетта – 80-дән 90 процентҡа тиклем. Өс районда иһә 80 проценттан да кәмерәк. Был – Белорет районы (79,9 процент), Октябрьский ҡалаһы (79,6 процент) һәм Межгорье ҡалаһы (76,6 процент), – тине Азат Рәхмәтуллин.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров муниципалитет етәкселәренә был мәсьәләне аҙағына еткереп ҡуйырға ҡушты.

Фото:vperedgazeta.ru

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: