Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Март 2022, 15:19

Көслө ел һәм ҡар ҡатыш ямғыр

Алдағы тәүлектә республикала епшек ҡар яуыуы, айырым райондарҙа боҙлауыҡ фаразлана. Елдең тиҙлеге секундына 16-21 метрға етеүе ихтимал.

Көслө ел һәм ҡар ҡатыш ямғыр
Көслө ел һәм ҡар ҡатыш ямғыр

Автомобиль юлдарында 500 метрҙан күреү мөмкинлегенең кәмеүе, шулай уҡ ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ көтөлә. 

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көслө ел иҫкән ваҡытта электр тапшырыу линиялары, ағастар, реклама таҡталары тирәһенән алыҫыраҡ йөрөргә кәңәш бирә. Балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Водителдәргә алыҫ юлға сыҡмай торорға кәрәк. Юлда иғтибарлы булырға, автомобилдәр араһында арауыҡты, тиҙлек режимын үтәргә, хәүефһеҙлек ҡайыштары һәм хәүефһеҙ уҙыу ҡағиҙәләре тураһында онотмаҫҡа кәрәк.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: