Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Апрель 2022, 11:25

Импортты алмаштырыуға әҙерлек бар

Заводтың генераль директоры Азат Вилданов етәкселәрҙе предприятиеның бѳгѳнгѳ иҡтисади шарттарҙа нисек эшләүе менән таныштырғандан һуң, хеҙмәт баҙарындағы хәлдәр, илгә ситтән индерелгән продукцияны алмаштырыу йәһәтенән заводтың мөмкинлектәре тураһында һѳйләне.

Ошо кѳндәрҙә эш сәфәре менән район-ҡалала Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова булды. Район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта менән Эльвира Айытҡолова эш сәфәрен Сермәндә урынлашҡан "Урал спорт инвентарҙары заводы"н ҡарауҙан башланы. Заводтың генераль директоры Азат Вилданов етәкселәрҙе предприятиеның бѳгѳнгѳ иҡтисади шарттарҙа нисек эшләүе менән таныштырғандан һуң, хеҙмәт баҙарындағы хәлдәр, илгә ситтән индерелгән продукцияны алмаштырыу йәһәтенән заводтың мөмкинлектәре тураһында һѳйләне. 
"Урал спорт инвентарҙары заводы" үҙе сығарған спорт ҡорамалдарын етештереү буйынса импортты алмаштырырға әҙерме? Быға тиклем завод спорт ҡорамалдары етештереү буйынса республикала ғына түгел, илдә лә билдәлелек яулап алдынғылар рәтенә сыҡҡайны. Завод директоры Азат Риф улы әйтеүенсә, предприятие үҙҙәре етештергән продукцияны һатыу сиктәрен киңәйтергә тырыша, бының өсөн бөтә мөмкинлектәрҙе лә файҙалана, дәүләт һатып алыуҙарында ла әүҙем ҡатнаша.  Уҙған йылда ҡалала өҫтәмә цех-филиал асыуға ирешкән, Магнитогорск ҡалаһында ла эшселәре эшләй.

"Урал спорт инвентарҙары заводы" үҙебеҙҙең илдең сеймалы менән эшләй һәм тулыһынса импортты алмаштырыуға әҙер. Предприятиеның ышаныслы партнерҙары бар һәм уларҙың бергәләп продукция ассортиментын киңәйтергә, Рәсәй баҙарын яулап алырға ынтылыштары юҡ түгел. Сермәндә эшләнгән спорт тренажерҙары сит илдә етештерелгән ҡорамалдарҙан сифаты яғынан ҡалышмаясаҡ. Әле завод яңы ҡорамал - йүгереү тренажерҙары сығарыу ѳҫтѳндә эшләй. Беренсе тренажер әҙер. Азат Риф улы әйтеүенсә, был ҡорамал фитнес клубтар, тренажер залдары, спорт клубтары өсөн кәрәк. Рәсәйҙә әлегә йүгереү тренажерҙарын етештергән завод юҡ.
Завод күп тѳрлѳ спорт инвентарҙары, урам спорт майҙансыҡтары буйынса импорт продукцияһын алмаштырыуға әҙер һәм быны эшләү ѳсѳн предприятиеның мѳмкинлектәре лә бар. Шулай уҡ завод дауалау физкультураһы һәм мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн спорт ҡорамалдары ѳҫтѳндә эшләй. Уларҙың ҡорамалдары медицина учреждениеларында файҙаланыла ла инде. Был йәһәттән медицина белгестәренең дәулар етештергән продукцияға баһаһы ҙур.

Артабан Эльвира Айытҡолова, район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев ҡаланың “Урал пружина заводы”нда булдылар. Завод - илебеҙ һәм донъя баҙарында танылған алдынғы предприятие һәм Рәсәйҙә иң йылдам үҫешкән компаниялар исемлегенә инә. Заводта етештереү процесын ойоштороуға заманса ҡараш булдырылған, предприятиела ғәмәлгә ашырылған күләмле инвестиция программаһы эшләй. Республика ярҙамы менән донъя баҙарына сыҡҡан завод, импортты алмаштырыуға әҙер. Әммә предприятиеға әлеге ваҡытта заем, кредит формаһында дәүләттән финанс ярҙам кәрәк. Предприятие яңы станоктар, ҡорамалдар алһа, бөгөнгө иҡтисад ҡуйған яңы талаптар буйынса эшләргә, яңы йүнәлештәр асырға һәм импорт продукцияһын үҙебеҙҙеке менән алмаштырырға әҙер. Эшселәр үҙҙәренең эше, эш урындары, хеҙмәт хаҡтары  менән ҡәнәғәт. Заводта йәш эшселәр күп. Был ике яҡ өсөн дә уңайлы, дәүләт йәштәрҙе эшкә алған предприятиеларға субсидия бирә. Предприятиелар ѳсѳн дәүләттең бындай ярҙамы бик ҡулай. Әлегә “Урал пружина заводы”нда эшсе ҡулдар етешмәй, 70 вакансия бар.
Етәкселәр Тирлән ауылында ла булдылар. Уларҙы Тирлән хакимиәте башлығы Ирина Нагорнова менән мәктәп директоры Артем Лахмостов ҡаршы алды. Тирләндәр Эльвира Ринат ҡыҙына мәктәпкә капиталь ремонт эшләүгә ҡағылышлы һорауҙар бирҙеләр. 

Эльвира Ринат ҡыҙы:

- Капиталь ремонт "Берҙәм Рәсәй"ҙең халыҡ программаһы буйынса эшләнә. Был ҙур программа һайлау кампанияһы барышында һайлаусылар менән осрашҡандан һуң ҡабул ителгәйне. Йыл һайын был программа буйынса 70 млрд. аҡса бүленә. Илдә 80 мәктәпте ремонтлау һәм тѳҙѳү буйынса республика икенсе урында тора. Ошо мәктәптәр исемлегенә Белореттан 2 мәктәп индерелгән. Ҡаланың 13-сѳ мәктәбе һәм Тирлән башланғыс мәктәбе. Барыһы ла үҙ ваҡытында эшләнә. Подрядсы билдәләнгән, апрель аҙағында эшкә тотонорға әҙерҙәр. Сентябрҙә яңыртылған мәктәпкә балаларҙы уҡырға ҡабул итергә кәрәк. Мәктәп тыш яҡтан ғына түгел, ә эстән дә яңырыу кисерәсәк. Шулай уҡ мәктәп өсөн яңы ҡорамалдар, яңы парталар һәм уҡытыу процесы ѳсѳн башҡа кәрәк-яраҡтар һатып алынасаҡ. Бында ата-әсәйҙәрҙең, ирекмәндәрҙең дә ярҙамы кәрәк булыр. Мәктәп асыуға берҙәм ярҙам эште тиҙләтер. Шуның өсөн дә был халыҡ программаһы
тине ул.

Педагогия колледжында “IT технологиялар - кадрҙар потенциалын үҫтереүгә һәм муниципалитеттың иҡтисади үҫешен нығытыуға булышлыҡ итәсәк” тигән темаға түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Унда Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, предприятиелар, уҡыу йорттары етәкселәре, иҡтисад, маркетинг буйынса белгестәр ҡатнашты. "Түңәрәк өҫтәл"де педагогия колледжы директорыГөлшат Йомағужина алып барҙы. "Түңәрәк өҫтәл"дә IT технологиялар буйынса заман белгестәре, эш биреүселәр менән үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә ярашлы “7С” - 7 компетенция махсуслаштырылған кадрҙар әҙерләү проектының 7 йүнәлеше тураһында һөйләшеү булды. Үҙҙәренең сығышында предприятие вәкилдәре инженерҙарға, технологтарға, программистарға, маркетологтарға ҡытлыҡ кисереүҙәре тураһында әйтеп үттеләр.
Педагогия колледжында белем алған студенттарҙан заман технологиялары менән дуҫ булған, предприятиеларға кәрәкле белгестәр әҙерләү - заман талабы.

Эльвира Ринат ҡыҙы:

- Бѳгѳн бик үк ябай булмаған сәйәси хәлдәрҙе иҫәпкә алып, илдең иҡтисадын тиҙ арала яйға һалырға һәм күтәрергә кәрәк. Рәсәй санкцияларға иҡтисади йәһәттән дә, инфраструктура йәһәтенән дә күптән әҙерләнә килде, резерв тупланы. Санкциялар илдә етештерелгән продукцияның дәғүәселек һәләтен арттырыуға булышлыҡ итер. Ошо йәһәттән, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһына закондарҙы тиҙ ҡабул итергә, тигән бурыс ҡуйылды. Был закондар ил предприятиеларын, халыҡтың мәнфәғәтен күҙәтергә, ауыр ваҡытта уларға ярҙам итергә тейеш. Предприятиелар субсидиялы кредиттар, дәүләт ярҙамын ала. Бѳгѳн беҙ ике предприятиела булдыҡ. Икеһе лә ил кимәлендә билдәле, быға тиклем дә иҡтисад тормошонда әүҙем ҡатнашып килде. Уларҙың үҙҙәренең продукцияһы менән импортты алмаштырырға әҙер булыуы ҡыуандыра,
тине депутат.
Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас: