Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Апрель 2022, 14:27

Матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы башланды

1 апрелдән 2022 йылдың икенсе ярты йыллығына 6 мең баҫмаға яҙылыу башланды, тип хәбәр иттеләр Федераль почта элемтәһе Башҡортостан идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.

Матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы башланды
Матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы башланды

4-14 апрелдә компания нәшриәт йорттары менән берлектә яҙылыусыларға 1,8 мең гәзит-журналға, шул иҫәптән республикала 140-тан ашыу республика, район һәм ҡала гәзит-журналдарына 30 процентҡа тиклем ташлама яһай.

Район баҫмаһы - "Урал"ға ла декада мәлендә яҙылып ҡалырға мөмкин. Декадаға тиклем 1 айға - 149 һум 25 тингә, 3 айға - 447 һум 75 тингә, ярты йылға 895 һум 50 тингә яҙылһағыҙ, декадала 30 процент ташлама менән яҙылырға мөмкин.

4 апрелдән 14 апрелгәсә декада хаҡтары: 1 айға - 13.22;

3 айға - 396.66;

6 айға - 793.32

Баҫма матбуғатҡа Рәсәй почтаһының үҙ каталогы буйынса ла яҙылырға мөмкин. Исемлектә – 6 меңдән ашыу, шул иҫәптән Рәсәй халыҡтары телдәрендәге баҫма. Улар араһында – ижтимағи-сәйәси, күңел асыу һәм тар махсуслашҡан гәзит-журналдар.

Шулай уҡ Рәсәй почтаһы сайтында йәки мобиль ҡушымтаһында, почта бүлексәһендә йәки почтальонды саҡыртып яҙылырға була.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: