Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Апрель 2022, 11:07

Хаҡтар тикшерелде

Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров был хаҡта нимә тип белдерҙе?  

Хаҡтар тикшерелде
Хаҡтар тикшерелде

"Был беҙҙең Башбакалея предприятиеһы, улар шәкәрҙе үлсәп, ҡаптарға һала һәм сауҙа нөктәләренә оҙата. "Байрам"да шәкәрҙең бер килоһы - 80 һум 50 тин. Бөгөн беҙ төрлө сауҙа нөктәләрен ҡарап сыҡтыҡ. Тауарҙарҙың хаҡтарын күҙәттек, улар халыҡҡа нисек һатылыуын тикшерҙек. Төрлө магазиндарға, шул иҫәптән үҙебеҙҙең республика һәм федераль кибеттәргә индек.

Нимә әйтергә мөмкин - шәкәр булған ерҙә бар, әммә уның хаҡы һәр ерҙә төрлөсә. Әгәр бер аҙна элек килограмын 65 һумға табырға мөмкин булһа, әле 74 һәм 92 һумға тәҡдим итәләр. Беҙҙең сауҙа нөктәләрендә шәкәр күпкә арзаныраҡ хаҡҡа һатыла, был хаҡта етештереүселәр менән һөйләшкән инек тә инде. Тағы шуны күрҙем - бер магазинда тауарҙарға бөтәнләй хаҡтар ҡуйылмаған. 

Беҙҙең республикала шәкәр етештереүселәр эске баҙарҙа киң билдәле булырға тейеш, был йүнәлештә эшләү бурысын Сауҙа һәм Ауыл хужалығы министрлыҡтарына йөкмәтәм. Үҙебеҙҙең ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр менән ныҡлы бәйләнеш булырға тейеш. Үҙебеҙҙең етештереүселәрҙе хуплайым, шәкәрҙе 80 һумға һатып алдым.

Хәҙер кәбеҫтә хаҡында. Һеҙҙең комментарийҙар аша күҙәтеп барам, ысынлап та, хаҡы бик юғары.

Был, беренсенән, үткән йылда ҡоролоҡ булыу сәбәпле, аграрийҙарҙың уңышты етерлек йыйып алмауы, шул сәбәпле продукттың тиҙ бөтөүенә бәйле. Йәшелсәнең хаҡы уны йыйған ваҡытта, сентябрҙә, арзан була, ә апрель-майҙа уға хаҡ кинәт арта, етмәһә, үҙебеҙҙә етештерелгәндәре бөтә, һөҙөмтәлә ситтән килтерергә мәжбүрҙәр.

Икенсенән, йәшелсәләр хаҡының күтәрелеүенә уны күпләп сит илдәрҙән индереү ҙә йоғонто яһамай ҡалмай. Әле сауҙа кәштәләрендәге кәбеҫтәләрҙең күбеһе ситтән килтерелгән".

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: