Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Апрель 2022, 16:42

Радий Хәбиров Муниципаль берәмектәр йыйынын үткәрергә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика муниципаль берәмектәренең XII йыйынын һәм 2022 йылда Урындағы үҙидара көнөнә арналған сараларҙы уҙғарырға ҡушты. 

Радий Хәбиров Муниципаль берәмектәр йыйынын үткәрергә ҡушты
Радий Хәбиров Муниципаль берәмектәр йыйынын үткәрергә ҡушты

Съезд уҙғарыу тураһында ҡарар «Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһы тәҡдиме буйынса ҡабул ителде.

Документҡа ярашлы, Башҡортостан муниципалитеттарының XI I съезын уҙғарыу урыны итеп «Торатау» конгресс-холы һайланды. Унда Урындағы үҙидара көнө уңайынан саралар ҙа ойошторола.

Йыйынды һәм Урындағы үҙидара көнөн әҙерләп үткәреү буйынса ойоштороу комитеты составы раҫланды.

Башҡортостандың урындағы үҙидара органдарына муниципалитеттарҙа Урындағы үҙидара көнөнә бағышланған саралар үткәрергә тәҡдим ителде.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: